Төҙөүселәр көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Төҙөүселәр көнө менән!

Хөрмәтле төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һөнәри байрамығыҙ – Төҙөүселәр көнө айҡанлы һеҙҙе ихлас ҡотлайым!

Төҙөлөш тармағының үҫешенә һәм торошона иҡтисадтың күп өлкәләре үҫеше, ә иң мөһиме, кешеләрҙең тормош сифаты тығыҙ бәйле. Төҙөүсе һөнәре ижтимағи әһәмиәткә эйә булып, айырым  хөрмәт менән файҙалана.

Нәҡ төҙөүселәр Өфө ҡалаһына нигеҙ һалып, уның күркәм тормошо өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Иң ҡатмарлы һәм күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырып, һеҙ бөгөн дә Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ ташы һалыусыларҙың эшен дауам итәһегеҙ.

Һеҙ төҙөгән яңы йорттар, белем усаҡтары, балалар баҡсалары, сәнәғәт объекттары, мәҙәниәт үҙәктәре, спорт ҡоролмаларынан тыш заманса ҡала инфраструктураһын күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр.

Айырым рәхмәт һүҙҙәрен заманында намыҫлы хеҙмәте менән Башҡортостандың баш ҡалаһының ҡабатланмаҫ йөҙөн булдырған, бөгөнгө көндә бай хеҙмәт тәжрибәһен йәш белгестәр менән ихлас уртаҡлашҡан төҙөүсе ветерандарға еткерге килә.

Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Ҡала һәм республика мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан матур башланғыстарығыҙ һәр саҡ тормошҡа ашһын!

 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы                                                                  Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA