Ҡорбан байрамы менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Ҡорбан байрамы менән!

Хөрмәтле мосолмандар, өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!

Ихлас күңелдән һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!

Мосолман календарында иң әһәмиәтле һәм хөрмәтле байрамдарҙың береһе булараҡ, ул иманлыларҙың ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, түҙемлек һәм яуаплылыҡ кеүек ҡиммәттәр менән һуғарылған рух һәм ихтыяр көсө символы булып тора.

Азия һәм Европа сигендә урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы - күп милләтле ҡала. Бында йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Тарихи күпер сифатында, ул Рәсәйҙең күп төбәктәре менән иҡтисади, мәҙәни һәм рухи бәйләнеште  нығытыуға булышлыҡ итә.

Быуаттар дауамында Өфө мосолмандары башҡа традицион конфессия вәкилдәре менән изге мөнәсәбәттә йәшәй, ҡалабыҙҙың мәҙәни һәм рухи төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыуҙа үҙ өлөшөн индерә.

Ҡорбан байрамына бағышланған саралар ҙа  милләт һәм конфессия-ара бәйләнеште артабан нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк тип ышанам.

Ҡорбан байрамы һәр ғаиләгә тыныслыҡ һәм бәрәкәт килтерһен! Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм изгелектәр теләйем! Байрам мөбәрәк булһын!

 

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы                                                     Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA