Өфөлә административ комиссияларының эш һөҙөмтәләре тикшерелде

Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында 1 августа Өфө ҡалаһының административ комиссияларының бурыстар йыйыу эше буйынса кәңәшмә үтте.
 

Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында 1 августа Өфө ҡалаһының административ комиссияларының бурыстар йыйыу эше буйынса кәңәшмә үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы урынбаҫары - республиканың баш суд приставы урынбаҫары Рәмил Садыҡов, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең үҙәк аппарат һәм территориаль бүлексәләре етәкселәре, Өфө ҡалаһы райондарының административ комиссиялары һәм ҡала округы хакимиәтенең Граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса идаралығы рәйестәре ҡатнашты.

- Былтырғы йыл менән сағыштырғанда быйыл административ комиссия эшендә ыңғай динамика күҙәтелә. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Шул йәһәттән һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыр өсөн, беҙ актуаль мәсьәләләрҙе  уртаға һалып һөйләшергә әҙер, - тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.

Кәңәшмә сиктәрендә Административ комиссияның һәм суд приставтары хеҙмәтенең бәйләнеше, эш һөҙөмтәләре һәм бер нисә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA