Өфөлә Ҡорбан байрамына арналған саралар үтәсәк

Ҡорбан ғәйете – иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Ул Хаж тамамланыуын белдерә һәм ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Быйыл Ҡорбан байрамы 11 август көнөнә тура килә.

Өфө ҡалаһында ҡорбан салыу өсөн ике махсус майҙансыҡтар ойоштороласаҡ: береһе - Зинин ҡасабаһы янында урынлашҡан «Каруан» сауҙа үҙәге эргәһендә, икенсеһе - Орджоникидзе районының төньяҡ автовокзалы биләмәһендә.

Майҙансыҡтарҙа ҡаланың мәсеттәре һәм мосолман ойошмалары йоланы ислам ҡанундарына ярашлы үткәреүен үҙенә алһа, ҡорбан малын тикшереү һәм төрлө ауырыуҙарҙы киҫәтеү буйынса республика һәм ҡала ветеринария хеҙмәттәре яуаплы.

Иртәнге намаҙҙан һуң байрам «Ватан» этник паркында һәм «Башкирия» Лайфстайл үҙәге алдында  дауам итәсәк. Унда «Ферзь эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған «Ҡорбан Хәләл Fest – 2018» сараһы уҙасаҡ. Сарала көрәш буйынса ярыштар үткәреләсәк.  Тамашысаларҙы шулай уҡ бай йөкмәткеле концерт программаһы һәм байрам былауы көтә.

Байрам сараһы ойошторолған урындарҙа йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары йәмәғәт именлеген тәьмин итәсәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA