Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән!

Хөрмәтле хәрби диңгеҙселәр һәм флот ветерандары!
Ҡәҙерле өфөлөләр!

 

Һеҙҙе Хәрби-диңгеҙ флоты көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Төньяҡ, Балтик, Ҡара диңгез, Тымыҡ океан һәм Каспий флоттары берләшмәләре булған Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты хәрби-сәйәси хәлдең тотороҡлығын һәм илдең оборона ҡеүәтен тәьмин итеүҙең стратегик мөһим бурыстарын үтәй. Флотта хеҙмәт итеү белем, түҙемлек, шәхси батырлыҡ, барлыҡ көстәрҙе мобилизациялауҙы талап итә. Бөгөн флот хеҙмәткәрҙәре, ветерандарҙың эшен дауам итеп, халыҡтың тыныслығын һаҡлауға лайыҡлы өлөш индерә.

Башҡортостан Республикаһы һәм уның баш ҡалаһы Өфөнән 36 адмирал сыҡҡан. Улар араһында – вице-адмирал Мөхәмәтшин Игорь Тимербулат улы, быйыл ул Рәсәй Федерацияһының ҡоралланыу буйынса баш командующий урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, шулай уҡ Рәсәй Герое, беренсе ранг капитаны Сурков Константин Александр улы. Башҡортостандан 47 меңгә яҡын ир-егет Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән.

Муниципалитет Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты менән бәйләнеште Өфө ҡалаһы Хакимиәте һәм Балтик флоты һыу аҫты ҡараптарының 128-се бригадаһы «Сообразительный» гвардия корветы экипажы араһында хеҙмәттәшлек һәм шефлыҡ элемтәләре тураһында Килешеү сиктәрендә үҫтерә. Төп маҡсат – Хәрби-диңгеҙ флотының тарихи мираҫын пропагандалау, хәрби-патриотик тәрбиә биреү, корабль экипажының хәрби рухын күтәреү, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы йәштәр, ветерандар ойошмалары менән эш алып барыу.

Барлыҡ диңгеҙселәрҙе һәм флот ветерандарын фиҙаҡәр хеҙмәт һәм Ватанға тоғролоҡ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм!

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, иминлек һәм бәхет теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                           Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA