«Өфө-Арена» һарайында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарының асыу тантанаһы үтте

Сара төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан килгән спортсылар делегацияларының парадынан башланды.

Сара төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан килгән спортсылар делегацияларының парадынан башланды.

«Өфө-Арена» майҙанынан Австралия, Ҡытай, Хорватия, Мексика һәм башҡа илдәрҙән килгән спорт командалары уҙҙы.

Байрам Башҡортостан Републикаһының халыҡ артисы Роберт Юлдашев, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, «SPLASH”» барабан-шоуы, «Ҡурайсы» һәм «Зәйнетдин» этно-төркөмдәренең сағыу сығыштары менән йәмләнде.

Уйында ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы һәм ойоштороусыларҙы сәләмләп, Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, Рәсәй Федерацияһының спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, Республика етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәйҙең Олимпия комитетының генераль секретары Анастасия Давыдова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин сығыш яһанылар.

Радий Фәрит улы Башҡортостан 53-сө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын ихлас күңел менән һәм башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршылауын белдерҙе.

- Сәләмәтлек, әүҙем йәшәү рәүеше, олимпизм идеалдарын һәм төрлө илдәр вәкилдәре араһында үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән олимпиаданың йәнә Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелеүе ҡыуаныслы. Республикала шундай ҙур күләмле сараларҙы абруйлы кимәлдә үткәреү тәжрибәһе тупланған. Рәсәйҙә үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Уңайлы спорт инфраструктураһы булдырыла. Заманса йыһазландырылған һауыҡтырыу комплекстар, стадиондар эшләп килә. Уйында ҡатнашыусыларға уңышлы сығыштар, ә көйәрмәндәргә сағыу тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф теләйем, - тигән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе Радий Хәбиров.

Торстен Раш Республика етәксеһе Радий Хәбировҡа һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға уйындарға яҡшы кимәлдә әҙерләнеү һәм ойоштороу өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Балалар олимпиадаһының флагы күтәрелгәндән һуң Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары асыҡ тип иғлан итте.

Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Футбол для дружбы» Халыҡ-ара балалар социаль программаһы илсеһе Ананье Камбодж сәләмләне.

Тамашасы Халыҡ-ара балалар уйындарына нигеҙ һалыусы Метод Клеменецтың видео-яҙмаһын йылы алҡыштар менән ҡабул итте. Әйткәндәй, ул үҙе лә сарала ҡатнашты.

Спорт байрамы «Голос» һәм «Голос-дети» шоу-проектының финалисы һәм ҡатнашыусыһы Рушана Вәлиева һәм Наҙгөл Отузова башҡарыуындағы йырҙары менән тамаланды.

Иҫкәртәбеҙ, уйындар 14 июлгә тиклем дауам итәсәк. Үҫмер балалар еңел атлетика, йөҙөү, футбол, фехтование, пляж волейболы, баскетбол 3x3, дзюдо, грек-рим көрәше һәм ҡаяға менеү спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA