Һупайлы биҫтәһендә дөйөм ҡала акцияһы башланды

3 июлдә  Өфөнөң Октябрь районында киләһе 53-се Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек сиктәрендә Һупайлы биҫтәһен төҙөкләндереү буйынса дөйөм ҡала акцияһы башланды.

3 июлдә  Өфөнөң Октябрь районында киләһе 53-се Халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек сиктәрендә Һупайлы биҫтәһен төҙөкләндереү буйынса дөйөм ҡала акцияһы башланды.

Акция «Өмә» (яҡындарҙың, дуҫтарҙың, күршеләрҙең үҙ-ара ярҙамы) исемен алды, сөнки унда ҡаланың барлыҡ торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары – 300-ләп кеше һәм 70 берәмек махсус техника ҡатнаша.

Улар барыһы ла берҙәм сүп-сарҙы йыялар, ташыйҙар, газондарҙы тәртипкә килтерәләр. Шулай уҡ юлдарҙағы соҡорҙарҙы, тротуарҙарҙы һәм ишек алдарын төҙөкләндереүгә әҙерләйҙәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендә пляж волейболы һәм баскетболы буйынса уйындар уҙасаҡ, ә 32-се һанды спорт мәктәбендә дзюдо буйынса ярыштар буласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA