Өфөлә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды

28 июндә Өфөлә күренекле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Ул «Торатау» Конгресс-холлы ҡаршыһында Телеүҙәк бинаһы янында урынлаштырылған.

28 июндә Өфөлә күренекле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды. Ул «Торатау» Конгресс-холлы ҡаршыһында Телеүҙәк бинаһы янында урынлаштырылған. Сара Өфөлә барған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә уҙҙы.

Шағирҙың бронзанан ҡойолған 3,5 метрлы һыны өс метрлы постаментта тора. Тирә-яғы төҙөкләндерелгән һәм йәшелләндерелгән.

Скульптураның авторы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы үткәргән иң яҡшы һәйкәл проекты конкурсында еңеп сыҡҡан Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәй рәссамдар союзы идараһы рәйесе Андрей Ковальчук.

Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм башҡалар ҡатнашты.

Башҡорт шиғриәте классигы иҫтәлегенә бик күп йылы һүҙҙәр, шиғырҙарҙан өҙөктәр, уның шиғырҙарынан йырҙар яңғыраны, ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны. Тантана һуңында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскәләр һалдылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA