Йәштәр көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы. 

Йәштәр көнө менән!

Ҡәҙерле йәштәр!

Һеҙҙе ысын күңелдән Йәштәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Был байрам беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә.

Башҡортостандың баш ҡалаһы йәштәре ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша, фән, эшмәкәрлек, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа күп өлкәләрҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Өфөлә йәштәрҙең үҫешен, иҗади һәм интеллектуаль потенциалын нығытыу, һөнәри оҫталыҡты үҫтереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Йәштәр мәнфәғәте – ҡала социаль сәйәсәтенең иң мөһим йүнәлештәренең берһе һанала.

Һеҙ беҙҙең ҡаланы, республиканы, илде үҫтереүгә булышлыҡ итәһегеҙ. Ныҡлы, әүҙем һәм креатив булығыҙ. Томошоғоҙҙо үҙ ҡулығыҙ менән төҙөгөҙ.

Ижад итегеҙ һәм һәр саҡ алғы сафта булығыҙ!

Байрам менән!

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA