Өлфәт Мостафин сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе

18 июнь көнө муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы.  Уны Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

18 июнь көнө муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы.  Уны Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыр алдынан, Өлфәт Мостафин Өфө Хакимиәте һәм ҡаланың ҡулланыусылар баҙары предприятиеларының «Рәсәй сауҙаһы - 2019» конкурсында өс номинацияла еңеү яулауын иҫкәртте: «Иң яҡшы йәрминкә», «Иң яҡшы мобиль сауҙа объекты» һәм «Иң яҡшы магазин».

Кәңәшмә барышында бер нисә актуаль мәсьәлә ҡаралды. Айырым алғанда, Өфөлә ишек алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең тормош эшсәнлеген тәьмин итеү идараһы етәксеһе Никита Дмитриев һөйләне.

Өфө эшҡыуырҙары берлегенең ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешендә роле тураһында эшҡыуырҙар берлеге советы рәйесе Ольга Одинокова хәбәр итте.

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһын үткәреү осоронда балалар һауыҡтырыу лагерҙарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү  мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй МЧС Баш идараһының Өфө ҡалаһындә наздор һәм профилактика эше бүлеге етәксеһе Радик Хабибов сығыш яһаны.

Оператив кәңәшмә аҙағында Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин профилле идараларға һәм учреждениеларға йөкләмәләр бирҙе. Айырым алғанда, һүҙ 21 июндә уҙасаҡ сығарылыш кисәләрен ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре тураһында барҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA