Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған «Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!» байрам концерты уҙҙы

14 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге»  халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә республиканың 100 йыллығына арналған  «Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!» тигән байрам концерты уҙҙы.

14 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге»  халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә республиканың 100 йыллығына арналған  «Алға, Башкирия! Вперёд, Башҡортостан!» тигән байрам концерты уҙҙы. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары менән бергә концертты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡараны.

Был көндө сәхнәгә республиканың сәхнә оҫталары һәм танылған ижади коллективтары, шулай уҡ Рәсәй, донъя кимәлендә билдәле яҡташ артистар сыҡты. Улар иҫәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алсу, «Пицца» төркөмө, «Голос» телевизион проекты финалисы Рушана Вәлиева, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Elvin Grey, Rena Rnt, «Zaman» һәм «Бүреләр» төркөмө бар ине. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының милли мукыка ҡоралдары халыҡ оркестры, Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө сығыш яһаны.

Байрам ункаль пиротехник шоу менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA