Рәсәй көнө, Салауат Юлаев көндәре һәм Ҡала көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы

Рәсәй көнө, Салауат Юлаев көндәре һәм Ҡала көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм ҡунаҡтар!


12 июнь көнө беҙ өс әһәмиәтле датаны билдәләйбеҙ – ул  Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты Декларацияһын ҡабул итеүгә 29 йыл тулыуы, Салауат Юлаев тыуыуына 265 йыл һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуға 445 йыл.

Ҡала хакимиәте исеменән һәм үҙемдең исемемдән һеҙҙе ҡайнар ҡотлайым! Беҙ республикабыҙҙың, тыуған төбәгебеҙҙең күп быуатлы тарихы, бай рухи һәм мәҙәни мираҫы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Өфө үҫә, үҙгәрә. Быйыл 9 июлдән 14 июлгә тиклем беҙ 53-сө йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын ҡаршы алабыҙ. Беҙгә донъяның төрлө илдәренән ҡунаҡтар киләсәк. Ярыштарҙа мең ярымдан артыҡ кеше ҡатнашасаҡ. 2021 йылда баш ҡалабыҙ умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгрессын ҡабул итәсәк. Өфө үҙендә донъяның иң яҡшы умартасыларын йыясаҡ.

Беҙ был көндө илдең алға киткән ҡалаларҙың берһе булараҡ лайыҡлы ҡаршы алабыҙ, иҡтисади һәм мәҙәни элемтәләрҙе нығытабыҙ. Беҙгә әле бергә бик күп эштәр башҡараһы бар. Һәм беҙ Башҡортостан, бөтә Рәсәй менән алға барабыҙ.

Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйем! Һеҙҙең барлыҡ игелекле эштәрегеҙ һәм башланғыстарығыҙ илдең, тыуған республикабыҙҙың һәм уның баш ҡалаһының алғы үҫешенә ярҙам итһен!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                                              Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA