Өлфәт Мостафин «Макдональдс» селтәренең Рәсәйҙәге вәкиле Алексей Александров менән осрашты

6 июндә муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Макдональдс» селтәренең Рәсәйҙәге вәкиле Алексей Александров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

6 июндә муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Макдональдс» селтәренең Рәсәйҙәге вәкиле Алексей Александров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Осрашыу сиктәрендә улар Өфө ҡалаһында «Макдональдс» селтәрен киңәйтеү, шулай уҡ ҡаланың мәҙәни һәм төҙөкләндереү сараларында актив ҡатнашыу мәсьәләләре тураһында фекер алыштылар.

Алексей Александров үҫеш пландары, шулай уҡ компанияның хәйриә эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

- Бөгөнгө көндә ҡалала 10 «Макдональдс» йәмәғәт туҡланыу предприятиеһы эшләй. Уларҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған, - тип билдәләп үтте ул.

Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, үҙ сиратында, бөгөнгө көндә әлеге селтәргә йәштәр араһында ихтыяж бик ҙур, тип билдәләп үтте.

- Беҙ ҡала халҡы файҙаһына йүнәтелгән проекттарға һәм башланғыстарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бынана тыш, һеҙҙең ҡала һәм башҡа хәйриә  сараларында ҡатнашыуығыҙға шат буласаҡбыҙ, – тип өҫтәне ул.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA