Өлфәт Мостафин социаль объекттарҙың төҙөлөү барышы менән танышты

6 майҙа эш сәфәре барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин муниципалитеттың социаль объекттарҙың төҙөлөү барышы менән танышты.

6 майҙа эш сәфәре барышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин муниципалитеттың социаль объекттар төҙөү барышы менән танышты.

Беренсе объект булып Өфөнөң Дим районындағы «Кустарево» күленең көнсығыш өлөшөндәге 5-се һанлы кварталдағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе булды. 1 000 уҡыусыға иҫәпләнгән белем биреү учрежениеһы «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект» проекты сиктәрендә төҙөлә.

22 000 квадрат метрҙан артык майҙанлы белем биреү учреждениеһында уҡыу кабинеттары, башланғыс мәктәп блогы, спорт, конецерт залдары һәм башҡалар урынлашасаҡ.

Һуңынана ҡала хакимиәте башлығы Затон биҫтәһендә Әдиғәм Исҡужин исемендәге 9-сы һанлы балалар музыка мәктәбенең яңы төҙөлөш объектын ҡараны. 

Мәктәптең яңы бинаһы 1 500 квадрат метрҙан артыҡ майҙанлы өс ҡатлы буласаҡ. Шәхси һәм төркөмлө  дәрестәр өсөн 17 кабинет һәм заманса концерт залын төҙөкләндереү планлаштырыла.

Үҙ сиратында Өлфәт Мостафин әлеге объекттың әһәмиәтен һәм үҙенсәлеклеген билдәләп үтте.

Эштәрҙе тамамлау һәм музыка мәктәбен тапшырыу был йылдың сентябренә планлаштырыла.

Һуңынан Өлфәт Мостафин Менделеев, Кувыкин һәм Баҡалы урамдары менән сикләнгән кварталдағы «проблемалы» объекттар төҙөлөшөнең барышын тикшерҙе.

Шулай итеп, Менделеев урамы буйынса 128/1 һанлы торлаҡ йорт закон буйынса файҙаланыуға тапшырылмаған, әммә 2012 йылдан башлап суд ҡарарҙары нигеҙендә өфөлөләр йорттың ҡайһы бер секцияларына күсенә башланған.

Хәҙерге ваҡытта йортто проектлаштырыу буйына эштәр башҡарыла, инженерлыҡ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәр тураһында һөҙөмтә һәм ер участкаһының ҡала төҙөлөшө планы алынған, шулай уҡ әҙерлек эштәре башланған, смета хаҡы билдәләнгән.

Һөҙөмтәләр буйынса Өлфәт Мостафин яҡын арала төҙөлөштө тамамлау эштәренә керешергә ҡушты.

Муниципалитет биләмәһен ҡарап йөрөүҙе дәуам итеп, ҡала хакимиәте башлығы 17-се һанлы Ҡала балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә торлаҡ йорт проекты һәм төҙөү планы менән танышты. Бөгөнгө көндә күп фатирлы йортто һәм дауахананың педиатрия бүлеген проектлау буйынса килешеү төҙөлдө. Бында барлығы 200 фатир буласаҡ. Беренсе ҡатта тар белгестәр бүлеге менән педиатрия корпусы урынлашасаҡ.

Бынан тыш, эш сәфәре сиктәрендә Өлфәт Мостафин 17-се һанлы Ҡала балалар клиник дауаханаһында булды, унда хирургия, педиатрия, неонаталь, реанимация һәм операция бүлектәрен ҡарап сыҡты.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA