Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары!

Һеҙҙе ысын күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт көнө менән ҡотлайым!

Беренсе Май беҙҙең өсөн яҙҙы һәм хеҙмәтте, кешенең эшсәнлеген һәм яңы уянған тәбиғәттең көсөн, тормошто яңартыу шатлығын кәүҙәләндереүсе яратҡан байрамдарыбыҙҙың береһе булып тора.  Был  байрам үҙенең ижади хеҙмәте менән ҡаланың сәскә атыуына һәм именлегенә ынтылған өлкән һәм йәш  быуынды берләштерә.

Өфө хеҙмәт уңыштары һәм талантлы кешеләр менән дан тота. Улар тыуған баш ҡала хаҡына эшләйҙәр  һәм ҡалабыҙға үҫергә һәм үҫешергә ярҙам итәләр. Өфөлөләрҙең егәрлелектәре, йолаларға тоғролоҡ билдәләре маҡсаттарға ирешергә мөмкинлек бирәсәк, тип ышанам!

Ҡалабыҙҙың ҡеүәтле иҡтисади потенциалы булдырған хеҙмәт ветерандары, бөгөнгө көндә Өфө мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм.

Был матур байрам көнөндә һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек, тыуған республикабыҙ һәм уның баш ҡалаһы, илебеҙ иминлеге өсөн яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйем!

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                       Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA