Ҡала хакимиәте өфөлөләрҙе өмәләрҙә ҡатнашырға саҡыра

13 апрель көнө Өфөлә дөйөм ҡала өмәләре үҙасаҡ. Экологик акция ҡаланы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы сиктәрендә үтәсәк.

Ҡала хакимиәте өфөлөләрҙе өмәләрҙә  ҡатнашырға саҡыра

13 апрель көнө Өфөлә дөйөм ҡала өмәләре үҙасаҡ. Экологик акция ҡаланы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы сиктәрендә үтәсәк.

Ҡала хакимиәте өфөлөләрҙе өмәләрҙә  актив ҡатнашырға, ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра.

Дөйөм ҡала өмәләре сиктәрендә #ТаҙаӨфө2019 акцияһы уҙа. Был акцияла ҡатнашыр өсөн өмә ваҡытынлда фотоға төшөп «Instagram»  социаль селтәренә #ТаҙаӨфө2019 хештеге менән һалырға кәрәк.

Өмөләрҙең һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш (лайк) йыйған еңеүселәрҙе билдәләйәсәктәр. Уларға ойоштороусылар бүләктәр тапшырасаҡ.  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA