Газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында парковка өсөн штрафтар тураһында закон ҡабул ителде

9 апрель көнө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаттары сираттан тыш пленар утырышыта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штрафтар индергән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

Закон буйынса газондарҙа парковка өсөн граждандарға – 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә  – 5-10 мең һум, юридик берәмектәргә 20-30 мең һум штраф ҡаралған. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күберәк була: граждандарға  – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә  –  15-20 мең һум, юридик берәмектәргә – 35-50 мең һум.

Яңы статья менән билдәләнгән административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөү буйынса вәкәләттәр район административ комиссиялары ағзаларына биреләсәк. Ә парковка ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләнгән аҡса өҫтәмә парковка урындары булдырыуға һәм ҡоймалар ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA