Өлфәт Мостафин яңы балалар медицина пункты эше менән танышты

11 февралдә Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында яңы модулле медицина пункты эшләй башланы. Учреждение 18 йәшкә тиклемге балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.  

11 февралдә Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында яңы модулле медицина пункты эшләй башланы. Учреждение 18 йәшкә тиклемге балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.   

Майҙаны 150 квадрат метрлыҡ амбулаторияла табип-педиатр бүлмәһе, фильтр-бокс, прививка яһау, процедура бүлмәләре, регистратура, пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн гардероб, коляскалар ҡуйыу урыны һәм башҡалар бар.

 Бында участка табип-педиатры һәм медицина регистраторы өсөн автоматлаштырылған эш урындары булдырылған. Шулай итеп, пациенттың электрон картаһы тулы кимәлдә формалашасаҡ. Был электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары, рецептар яҙырға, анализдарҙың һәм үткәрелгән профилактик прививкаларҙың һөҙөмтәләрен электрон картаға индерергә мөмкинлек бирә.

Участка табип-педиатры көн һайын ҡабул итә. Аҙнаһына ике тапҡыр балаларға инфекцияларға ҡаршы вакцинация үткәреү ҡаралған, лаборатория-диагностика хеҙмәте белгестәренең килеү графигы төҙөлгән, кәрәк булған осраҡта төрлө йүнәлештәге табиптарҙы саҡырыу ҡаралған.

Өфө ҡалыһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин медицина бинаһын ҡарап үтте, хеҙмәткәрҙәрҙең эше менән танышты.

Эш сәфәре барышында ул һөт продукцияһын үҫтереүгә айырым иғтибар итте.

- Балаларҙың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу өсөн бында һөт кухняларын үҫтерергә, уларҙы тормошҡа ашырыу пункттарын ойошторорға кәрәк, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы.

Бөгөнгө көндә поликлиникаға 1 726 бала беркетелгән. Уларҙың 17-һе бушлай туҡланыуға, шул иҫәптән һөт кухняһын алыуға иҫәптә тора.

Шулай уҡ Өлфәт Мостафин асыҡлауынса, амбулаторияның эшләй башлауы Нуғай халҡын медицина хеҙмәтләндереүе проблемаһын тулыһынса хәл итмәй. Шуға бәйле, медицина бинаһын асыу менән бер рәттән бер сменаға 320 кешене ҡабул иткән поликлиника проекты әҙерләнә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA