Өлфәт Мостафин Мортаза Рәхимовты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы

7 февралдә Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентына 85 йәш тулды.

7 февралдә Мортаза Рәхимовтың тыуған көнө. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентына 85 йәш тулды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улын тыуған көнө менән ҡотларға Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, уның урынбаҫарҙары һәм ҡаланың район хакимиәте башлыҡтары килде.

-Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, ҡала хакимиәтенең һәм халҡының ихлас ҡотлауҙарын ҡабул итегеҙ. Һеҙ республика менән етәкселек иткән ваҡытта Өфө ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, - тип юбилярға мөрәжәғәт итте хакимиәт башлығы.

Өлфәт Мостафин Мортаза Рәхимов республиканың төп төҙөүсеһе булып һаналыуын иҫкәртте. Уның ярҙамында һәм туранан-тура ҡатнашында бик күп спорт, мәҙәни һарайҙар, мәктәптәр, балалар баҡсаһы, күперҙәр һәм юл үткәргестәре төҙөлдө.

-Республикала һәм Өфөлә йәшәүселәр өсөн Һеҙ остаз, уҡытыусы булдығыҙ һәм әле лә шулай булып ҡалаһығыҙ. Йәш быуын һәр ваҡыт һеҙҙең бай тормош тәжрибәгеҙгә таяна. Ҙур рәхмәт! – тип рәхмәт әйтте ҡала хакимиәте башлығы.

Һуңынан Өлфәт Мостафин Мортаза Рәхимовҡа ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек, бөтмәҫ көс-ҡеүәт һәм оҙон ғүмер теләне.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA