Өфөлә 2019 йылда подъездарға ремонт яһау планлаштырылған күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең йыйылышы үтте

Муниципалитетта подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йыйылышытар үткәрелә.

Муниципалитетта подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йыйылышытар үткәрелә.

2019 йылда был программа сиктәрендә Өфө ҡалаһында 1 600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана.

Төҙөкләндереү эштәре апрель айының икенсе яртыһында башланасаҡ тип көтөлә. Ул ваҡытҡа тиклем подрядсы ойошмаларҙы һайлау буйынса конкурс процедуралары үткәрелергә һәм еңеүселәр менән контракттар төҙөлөргә тейеш. Подъездарҙы төҙөкләндереү эштәрен 2019 йылдың 1 ноябренә тамамларға планлаштырыла.

Бөгөнгө көндә Өфөлә торлаҡ милекселәре йыйылыштары уҙа, улар планлаштырылған ремонт параметрҙарын билдәләй, шулай уҡ башҡарылған эштәрҙе контролдә тотоу һәм ҡабул итеү өсөн яуаплы вәкилдәр һайлайҙар. Был йыйылыштарҙы  20 февралгә тиклем үткәрергә кәрәк. Үткәрелгән йыйылыштар һөҙөмтәһе буйынса протоколдар төҙөлә.

Һәр типтағы подъездға ремонт эштәре өсөн сикле хаҡ билдәләнгән. Йорттоң нисәк ҡатлы булыуына ҡарап, 145 мең һумдан алып 625 мең һумға тиклемге аҡса бүленә.

Әгәр йортта йәшәүселәр подъездарында өҫтәлмә ремонт эштәрен үткәрергә теләй икән, уларға был эштәрҙе финансларға кәрәк буласаҡ. Бындай  ҡарарҙы йортта йәшәүселәр бергәләп, йорт милекселәре йыйылышында ҡабул итергә тейеш.

Әйткәндә, ошо көндәрҙә Степан Кувыкин урамындағы 17/1 һанлы йортта милекселәр йыйылышы үтте. Йорт Советы рәйесе Сергей Рощин һүҙҙәре буйынса, был подъезда ремонт эштәре 1981 йылда, йорт төҙөлгән мәлдән алып, башҡарылмаған.

Фекер алышыу һөҙөмтәһе буйынса, халыҡ подъездағы төҙөкләндереү эштәре исемлеген, айырым алғанда – буяу эштәре, диуарҙарҙы һәм түбәне ағартыуҙы, ағас ишектәрҙе пластикҡа алмаштырыу, металл таянғыстарҙы төҙөкләндереү, беренсе ҡатта плитка йәйеү, почта тартмаларын алмаштырыу исемлеген раҫланы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA