Өлфәт Мостафин «Физкультура һәм спорт волейбол Федерацияһы»ның төбәк йәмәғәт ойошмаһының попечителлек советы рәйесе итеп һайланылды

Өфөлә 1 февралдә Башҡортостан Республикаһы «Физкультура һәм спорт волейбол Федерацияһы»ның төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының сираттан тыш дөйөм  ултырышы үтте.

Сарала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ултырыш барышында бер нисә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Беренсе сиратта, Федерация президенты итеп Валерий Багметов һайланды.

Бынан тыш, волейбол Федерацияһының попечителлек советын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, Өлфәт Мостафин совет рәйесе итеп һайланылды. Уның составына шулай уҡ       ООО «Газпром межрегионгаз Өфө» генераль директоры Альберт Әхмәтшин,  Өфө ҡалаһының АО «Инвестиционно-строительный комитеты» директоры Марат Вәсимов, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов һәм эшҡыуар Иосиф Марач инде.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, попечителлек советын булдырыу Федерация тарафынан үткәрелә торған сараларға әһәмиәтле ярҙам күрһәтәсәк, клубтың артабанғы үҫешенә, уның матди-техник базаһын нығытыуға, шулай уҡ яңы бағыусылар йәлеп итеүгә бәйле бурыстарҙы хәл итеүгә ярҙам итәсәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA