Өлфәт Мостафин Инорс биҫтәһе халҡы менән осрашты

30 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр менән 51-се мәктәптә осрашыу үткәрҙе. Сарала шулай уҡ муниципалитет башлығы урынбаҫарҙары, структур бүлексәләр етәкселәре һәм депутаттар корпусы вәкилдәре ҡатнашты.

30 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр менән 51-се мәктәптә осрашыу үткәрҙе. Сарала шулай уҡ муниципалитет башлығы урынбаҫарҙары, структур бүлексәләр етәкселәре һәм депутаттар корпусы вәкилдәре ҡатнашты.

Осрашыу алдынан Өлфәт Мостафин мәктәптең белем биреү шарттары менән танышты. Элегерәк мәктәп Ферин урамы, 14/1 адресы буйынса урынлашҡан булған. 1936 йылда төҙөлгән был бина авария хәлендә тип танылған. 2016 йылдан алып уҡыу процессы Богородское Ауылы урамы буйынса урынлашҡан бинала ойошторола.

Инорс Өфө ҡалаһының әүҙем үҫешкән биҫтәләренең береһе булып тора. Бында 76 меңгә яҡын кеше йәшәй. Шуның менән бәйле, бөгөн бында социаль объекттар төҙөү һәм юл инфраструктураларын үҫтереү зарурлығы бар, тип билдәләне Өлфәт Мостафин осрашыу барышында.

Осрашыу диалог форматында үтте. Халыҡты мәктәптәр һәм балалар баҡсаһы төҙөү, йәмәғәт транспорты эше, медицина хеҙмәте күрһәтеү һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.  Биҫтәлә йәшәүселәр подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы менән дә ҡыҙыҡһынды.

Шулай уҡ халыҡ менән аралашыу барышында урамдарға ут үткәреү темаһы ла күтәрелде. Хәҙерге ваҡытта социаль объекттар һәм йорт ишек алды территорияларын яҡтыртыуҙы яҡшыртыу программаһы эшләнгән, ул биш йылға иҫәпләнгән (2019-2024).

Осрашыу аҙағында Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин проблемалы мәсьәләләрҙе ҡала халҡы менән бергә хәл итеүҙең мөһимлеген билдәләне һәм ҡала үҫешенә битараф булмағандары өсөн халыҡҡа рәхмәтен белдерҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA