28.01.2019
1793
2 мартта Өфө ҡалаһында «Башҡортостан таланттары» тигән V Бөтә Рәсәй балалар конкурсы үтәсәк.
Конкурста ҡатнашыр өсөн 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр түбәндәге номинацияларға ғариза бирә ала: вокал, хореография, оригиналь жанр, нәфис һүҙ, инструменталь жанр һәм мода театры. Ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс 08.00 сәғәттә «Химиктар» мәҙәниәт һарайында (Өфө ҡалаһы, Беренсе Май урамы 47) үтәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән положениела танышырға мөмкин.