2019 йылда Өфөлә 1 600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана

Башҡортостан Республикаһында барлығы 50 000 подъезд иҫәпләнә, шуларҙың 26 000 төҙөкләндереүгә мохтаж. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, төбәктә подъездарҙы йүнәтеү эшен башҡарыу көтөлә.

Программа сиктәрендә, тәҙрәләр, ишектәр яңыртыласаҡ, яҡтылыҡ ҡоролмалары алмаштырыу, диуарҙарҙы буяу, почта йәшниктәрен алмаштырыу һәм башҡа эштәр ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдим иткән стандарттар нигеҙендә, күп фатирлы йорттарҙың подъездарын төҙөкләндереү буйынса адреслы исемлеккә түбәндәгеләр индерелгән: торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтселеге буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты тарафынан бирелген күрһәткестә булған подъездар, 2017-2019 йылдарға күп фатирлы йорттарҙа уртаҡ миллекте капиталь төҙөкләндереү республика программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҫҡа ваҡытлы пландарына индерелгән подъездар, ишек алды территорияларын төҙөкләндереү буйынса муниципаль программалар, шулай уҡ  ремонт үткәреү норматив ваҡыты үткән подъездар һәм ғаризалар буйынса.

2024 йылға тиклем ремонт эшенә мохтаж бар подъездарҙа ла мөһим эштәр башҡарылыуы көтөлә.

Яҡынса исемлек менән Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында «Документтар» бүлегендә танышырға мөмкин.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA