Өфө халҡын “Байыҡ” республика конкурсының гала-концертында көтәләр

21 июндә Өфөнөң “Ватан” этнопаркында “Байыҡ” республика конкурсының гала-концерты үткәрелә. Гала-концертта 3 йәштән 15 йәшкәсә башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусылар ҡатнаша.

“Байыҡ” башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусылар балалар телевизион конкурсы Башҡортостанда 2009 йылдан алып, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен һаҡлау һәм пропагандалау, үҙешмәкәр хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу маҡсатында, уҙғарыла.

Сараны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм Өфө ҡала хакимиәте ойоштора. Әйткәндәй, проект халыҡ-ара фестиваль кимәленә күтәрелгән. Унда йыл һайын бөтә республиканан, Рәсәй, сит ил төбәктәренән 500–ҙән ашыу бейеүсе ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа конкурста Ҡырғызстан, Чечен Республикаһы, Ҡабарҙы-Балҡар, Осетия, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бурятия, Хакасия, Тыва ансамблдәре сығыш яһаны.

Сара 18.00 сәғәттә башлана.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA