Өфөлә Рәсәй көнөндә бөтәһе 50 меңдән ашыу кеше фейерверк ҡараған

12 июндә, Рәсәй көнөндә, башҡалабыҙ шулай уҡ Салауат Юлаевтың тыуыуына 264 йыллыҡты һәм Ҡала көнөн – Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 444 йыллығын билдәләне.

Өфөлә Рәсәй көнөндә бөтәһе 50 меңдән ашыу кеше фейерверк ҡараған

12 июндә, Рәсәй көнөндә, башҡалабыҙ шулай уҡ Салауат Юлаевтың тыуыуына 264 йыллыҡты һәм Ҡала көнөн – Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуҙың 444 йыллығын билдәләне. Ғәҙәттәгесә, үҙәк байрам майҙансығына әүерелгән В.И. Ленин исемендәге майҙандағы фейерверкты  был көндө 50 меңдән ашыу өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары ҡараған.

Әйткәндәй, көн дауамында Өфө халҡы һәм уның ҡунаҡтары өсөн ҡаланың бөтә райондарында ла бихисап мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Байрам концерттарында Ҡала мәҙәниәт һарайы, мәҙәни үҙәктәр, өҫтәмә белем биреү учреждениелары ижад коллективтары, үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны.

«Ватан» этнопаркында ойошторолған «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестивале гала-концертында билдәле «Пицца»  төркөмө, Өфө-Арена алдындағы майҙанда   KFC Battle Fest сиктәрендә популяр хип-хоп башҡарыусы L’One концерт ҡуйҙы.

Ленин исемендәге майҙандағы ҙур байрам программаһы популяр йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грейҙың)  сығышы һәм байрам салюты менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA