Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы И.И.Ялаловтың ҡотлауы

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы И.И.Ялаловтың ҡотлауы

 

Хөрмәтле Өфө халҡы һәм Башҡортостан Республикаһы

баш ҡалаһы ҡунаҡтары!

Хөрмәтле ата-әсәләр һәм балалар!

 

Бөгөн бөтә донъяла Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө  билдәләнә.

Был байрам йәш быуындың именлеге һәм һаулығы, балаларҙың рухи, интеллектуаль, физик үҫеше өсөн яуаплы икәнебеҙҙе иҫкәртеп тора.

2018 йылда беҙҙең илдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Влидмирович Путин тарафынан иғлан ителгән Рәсәйҙә Балалар ун йыллығы башланды. Ул сара дәүләттең көсөн һәм мөмкинлектәрен илебеҙҙә йәшәгән һәр бер баланың һаулығын, белемен һәм уңышлы үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.   

Ҡалабыҙҙа беҙ балаларға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙың спорт һәм ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Өфөлә һәләтле балаларҙы төрлө яҡлап дәртләндереү ойошторолған, мәҙәни һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә балаларҙың һәм йәштәрҙең үҙаллы үҫеше буйынса ыңғай тәжрибә тупланған. Беҙ яҡшы аңлайбыҙ – был эштең уйланылған һәм ырамлы булыуы туранан-тура балаларыбыҙҙың, тимәк, ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың, Рәсәйҙең киләсәгенә бәйле.         

Ата-әсәләр үҙ балаларын һөйөү һәм хәстәр, иғтибар менән уратып алған, уларҙы изгелеккә өйрәтә, сифатлы белем бирергә, үҙ иленең яҡшы граждандары итеп тәрбиәләргә тырыша. Үҫеп килгән быуын хаҡында  хәстәрлек күреүгә бөтә тормошон бағышлағандарға оло рәхмәтемде белдерәм.  

Бар күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө  менән ҡотлайым һәм балаларға йәйге каникулдар ваҡытында бик шәп ял итеүҙәрен, ата-әсәләр һәм дуҫтар менән шат аралашыу, яңы асыштар һәм сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар теләйем!

Бөтәгеҙгә һаулыҡ һәм именлек!

Байрам менән!

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

хакимиәте башлығы                                                                     И.И.Ялалов


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA