20 меңдән ашыу кеше Өфөлә “1000 велосипедсылар көнө” фестивалендә ҡатнашты

2018 йылдың 27 майында Өфөлә “1000 велосипедсылар көнө” ҡала фестивале үтте. Ленин исемендәге майҙанда 20 меңдән ашыу велосипедсылар һәм әүҙем ял итергә яратыусылар йыйылды. Ошонда велоуҙышҡа старт бирелде. Ғәҙәттәгесә, фестивалдә  Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, муниципалитет һәм ҡала предприятиеларҙың вәкилдәре ҡатнашты.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.

- Ошо йылдан май айының һуңғы йәкшәмбеһе бөтә Рәсәй велопарадтар көнө тип иғлан ителде. Беҙҙең үҙ байрамыбыҙ барлыҡҡа килде. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән ҡотлайым, - тине Рөстәм Хәмитов.

Велоуҙыш маршрутының оҙонлоғо 10 саҡырым. Велосипедсылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтеп Конгресс-холлдың өҫкө майҙансығында финишҡа килде. Бында ойоштороусылар ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһын әҙерлән – конкурстар, концерт , балалар майҙансыҡтары ойошторолдо.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA