Өфө ҡалаһының тәжрибәһе Бешкәктә Рәсәй ҡалалары Союзы иң яҡшы муниципаль практикаларының V Халыҡ-ара форумында билдәләнде

Бешкәк ҡалаһында 2018 йылдың 11-12 апрелендә үткән Рәсәй ҡалалары Союзы иң яҡшы муниципаль практикаларының V Халыҡ-ара форумы сиктәрендә “Иң яҡшы муниципаль практикалар” өсөн  муниципаль берәмектәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфө эшҡыуар инкубаторын булдырыу һәм үҫтереү тәжрибәһе өсөн “Иҡтисад” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Рәсәй ҡалалары Союзының бүләге Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа тапшырылды.

Эшҡыуар инкубаторы Өфөлә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты дәртләндереү ҡала подпрограммаһы сиктәрендә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә башланғыс проекттарын ҡеүәтләндереү өсөн булдырылды.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA