Ирек Ялалов Бешкәк мэры Албек Ибраимов менән осрашты

2018 йылдың 11 апрелендә Бешкәк ҡалаһында  Рәсәй ҡалалары Союзы иң яҡшы  муниципаль практикаларының V Халыҡ-ара форумы үтте. Унда ҡатнашыу өсөн донъяның 150 ҡалаһынан урындағы үҙ идара органдары һәм муниципалитет вәкилдәре йыйылды. Сарала Рәсәй Федерацияһының Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Хөкүмәте, Ҡырғыҙстан Республикаһының етәксе органдары, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эштәре буйынса Федераль агентлыҡтың вәкилдәре ҡатнашты.

Форум сиктәрендә Өфө һәм Бешкәк ҡалалары араһындағы туғандашлыҡ мөнәсәбәттәренартабан үҫтереү буйынса фекер алышыу маҡсатында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов етәкселегендәге делегация Бешкәк ҡалаһы мэры Албек Ибраимов менән осрашты. Әйткәндәй, Өфө менән Бешкәк араһында туғандашлыҡ урынлаштырыу тураһында Меморандумға 2017 йылдың 12 июнендә ҡул ҡуйылғайны.

Осрашыу ваҡытында ике яҡлы хеҙмәттәшлектең офоҡтары байҡалды.

Ирек Ялалов Өфө ҡалаһының мөмкинлектәре тураһында һөйләне, сәнәғәт, төҙөкләндереүҙән алып мәҙәниәт һәм спортҡа тиклем ҡала үҫешенең мөһим йүнәлештәрен телгә алды.

Башҡортостан Республикаһында һәм уның баш ҡалаһында  милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камилләштырыу буйынса ыңғай тәжрибә тупланғанын Ирек Ялалов айырым билдәләп үтте.  Ҡаланың рухи-мәҙәни һәм милли үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе  булып республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм киң таратыу тора.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA