Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы Хакимиәте башлығы
Плотников Сергей Николаевич
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы Хакимиәте башлығы
  • Адресы: Комсомол урамы, 142/1
  • Телефоны: 237-40-00
  • Факсы: 237-47-97
  • Кабинеты: №209
  • Ҡабул итеү ваҡыты: шишәмбе көнө 16.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ҡабул итеүгә яҙылыу дүшәмбе һайын 16.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем


Биографическая справка

Сергей Николаевич Плотников 1979 йылдың 15 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын 2003 йылда төҙөлөш өлкәһендә башлай. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең «Дизайн һәм эске реклама идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһында инженер, ОАО «Газ-Сервис» бүлегендә етәксе булып эшләй. Артабан Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә етештереү-техник бүлегенең әйҙәүсе белгесенән идаралыҡ етәксеһе ярҙамсыһы вазифаһына тиклем юл үтә. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Дим районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. 2016 йылдың 12 декабрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы тарафынан Өфө ҡалаһы Дим районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдың 3 июленән Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре, наградалары

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙы, 2015 йыл.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA