Warning: require(include/global_variables.php): failed to open stream: No such file or directory in /NFS/site/www/ufacity.info/

Описание

Өфө ҡалаһы Ленин районының биләмәһе 70,9 км. тәшкил итә һәм үҙ эсенә Затон, Нижегородка биҫтәләрен ала. Районда 86 240 кеше, 73 милләт вәкиле йәшәй.

Сәнәғәт, транспорт, төҙөү комплексы, сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһе райондың иҡтисад үҫешен тәьмин итә. Районда 35 эре һәм урта предприятиелар, 5 меңдән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары хужалыҡ эшмәкәрлеген алып бара.

Райондың ҡулланыусылар баҙарында инфраструктура предприятиелары 281 стационар сауҙа объекттарынан, 82 стационар булмаған, 9 сауҙа-сервис комплекстарынан, 109 йәмәғәт туҡланыуы һәм 338 хеҙмәттәр өлкәһе предприятиеларынан тора.

Хәҙерге ваҡытта районда 18 төҙөлөш ойошмаһы эшләй.

Ленин районының мәғариф киңлегендә 19 827 бала 18 балалар баҡсаһы, 4 мәктәп, 2 гимназия, 3 мәғариф үҙәге, 2 лицей, 5 өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнә һәм белем ала.

Районда 10 дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм 7 шәхси медицина үҙәге медицина хеҙмәтен күрһәтә. Дауалау-профилактика учреждениеларының алдынғылары булып 1-се Республика тире-венерология диспансеры, 44-сы поликлиника, 9-сы ҡала дауаханаһы, 6-сы балалар поликлиникаһы һәм 9-сы стоматология поликлиникаһы һанала. Шулай уҡ районда «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ Юл тергеҙеү медицина һәм реабилитация үҙәге эшләп килә.

Район халҡының рухи үҫешенә мәҙәниәт учреждениелары тарафынан үткәрелеп килгән саралар булышлыҡ итә. Бөгөн районда 2 музыка мәктәбе, «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө художество һәм «Мираҫ» галереялары, Н.Латфуллин исемендәге Башҡортостан Республикаһының Хәҙерге заман сәнғәте музейы, Башҡортостан Республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залы, «Синема-парк» кинотеатры, 2 дөйөм һәм 1 балалар китапханары эшләй.

Район тормошонда үсмерҙәр һәм йәштәр менән ҙур эш башҡарыла, быға «Алһыу парустар» Йәштәр клубтары берләшмәһе муниципаль бюджет учреждениеһы ҙур өлөш индерә.

Физик культура һәм спорт сәләмәт йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Районда спорт оҫталығы һәм юғары спорт ҡаҙаныштары Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерлеге Үҙәгендә, спорт профилле 5-се Республика мәктәп-интернатында, «Башнефть» профессиональ шашка клубында һәм 11-се, 16-сы, «Геркулес» олимпия резерв спорт мәктәптәрендә формалаша.

450008, г.Уфа, ул.Мустая Карима, 19

Тел. 229-04-00, ф. 229-04-06

E-mail: lenadm@ufacity.info      

Мы в социальных сетях:  

 


 
 
 


 

Notice: Undefined variable: APPLICATION in /NFS/site/www/ufacity.info/