«Ватан» этно-паркы майҙанында скаладром урынлаштырғандар

Заманса спорт ҡоролмаһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары программаһына инә торған ҡаяға менеү ярыштары өсөн ҡулланыласаҡ.

Заманса спорт ҡоролмаһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары программаһына инә торған ҡаяға менеү ярыштары өсөн ҡулланыласаҡ.

Был яһалма ҡая тиҙлеккә һәм ҡатмарлылыҡҡа менеү өсөн диуарҙарҙан ғибәрәт, быға ярашлы  - уларҙың оҙонлоғо 15 һәм 16 метр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөлә 9-14 июлдә Халыҡ-ара Олимпия комитеты ярҙамында уҙасаҡ.

Ярыштарҙа 1 500-ҙән артыҡ спортсы ҡатнашасаҡ. Уйындарға Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Мексика, Великобритания, Швейцария ҡалаларынан командалар киләсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA