Өфөлә сәсәкәләр һалыу тантанаһы үтте

12 июндә Башҡортостан бер юлы өс байрам билдәләй – Рәсәй көнө, Өфөнөң 445 йыллығы һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл. Был иҫтәлекле даталар хөрмәтенә Өфөлә сәсәкәләр һалыу тантанаһы булды.

12 июндә Башҡортостан бер юлы өс байрам билдәләй – Рәсәй көнө, Өфөнөң 445 йыллығы һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл. Был иҫтәлекле даталар хөрмәтенә Өфөлә сәсәкәләр һалыу тантанаһы булды.

Сараларҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, депутаттар, Өфө ҡалаһының почетлы граждандары һәм башҡалар ҡатнашты.

Ҡунаҡтар, иң беренсенән, рус һәм башҡорт халҡының күп быуатлыҡ дуҫлыҡ символы  - Дуҫлыҡ Монументына сәскәләр һалдылар. Монументҡа 1957 йылда, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығы уңайынан нигеҙ һалына, 1965 йылда тантаналы шарттарҙа асыла.

Тынан тыш, башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыу уңайынан  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин батырҙың һәйкәленә сәсәкләр һалды.

Европалағы иң ҙур һыбайлы һәйкәл 1967 йылда асыла, скульпторы – Сосланбәк Тавасиев. Ул «Монументскульптура» Ленинград заводында ҡойола.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA