Халыҡ-ара балалар көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Халыҡ-ара балалар көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр һәм балалар!

Ысын күңелдән һеҙҙе Халыҡ-ара балалар көнө менән ҡотлайым! Был матур байрам йәйҙең иң беренсе көнөндә, балаларҙың йәйге каникулдары башланғанда үткәрелә. Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ һәм тормош мәғәнәһе. Улар өсөн беҙ йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, ҡаланы үҫтерәбеҙ, матурлайбыҙ, киләсәккә бөйөк пландар ҡорабыҙ.

Балалар байрамы шулай уҡ беҙгә, өлкәндәргә, тағы бер тапҡыр балалар яҙмышына яуаплы булыуыбыҙҙы иҫкәртә. Беҙ уларҙың физик һәм әхлаҡи сәләмәтлеге хаҡында ҡайғыртырға, сифатлы белем алыу өсөн кәрәкле шарттар булдырырға, мәшғүллек һәм файҙалы ял ойошторорға тейешбеҙ.

Беҙҙең йәш өфөлөләр республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа баш ҡаланы лайыҡлы күрһәтәләр, юғары һөҙөмтәләргә һәм бүләктәргә өлгәшәләр. Йәмғиәттең, хакимиәттең, ғаиләнең бурысы булып артабан да был ынтылышты дауам итеү, таланттарҙы үҫтереү, балаларҙың энергияһын кәрәкле, дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеү.

9-14 июлдә Өфөлә үтәсәк 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары беҙгә яңы чемпиондар бүләкләр, ә көйәрмәндәр йәш спортсыларға ярҙам итер, тип ышанам.

Атә-әсәләргә, педагогтарға һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ көсөн һалған һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм. Тәрбиәгә алған һәм һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларға ысын ғаилә йылыһын бүләк иткән кешеләр айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Беҙҙең йәш ҡала халҡына ҡоростай һаулыҡ, ышаныслы, тоғро дуҫтар, һәр башланғыстарҙа уңыштар һәм онотолмаҫлыҡ йәй көндәрен теләйем.

 Байрам менән!
 

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

хакимиәте башлығы                                                                                                                        Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA