“Һаумы, һаумы, әкиәт!”

29 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының Гала концерты үтте. Конкурс еңеүселәре ете номинация буйынса көс һынашты: әкиәтте яттан һөйләү, әкиәтте фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү.
29 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының Гала концерты үтте. Конкурс еңеүселәре ете номинация буйынса көс һынашты: әкиәтте яттан һөйләү, әкиәтте фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү. Бәйгелә 102-се башҡорт гимназияһының 1-се класс уҡыусыһы Ғайсарова Эмилия “Әкиәтте яттан һөйләү” номинацияһында 3-сө урын (етәксеһе Аднасурина Ә. Э.), ә Хужәхмәтова Гөлсиә Фәрит ҡыҙының 3 А класы уҡыусылары «Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияһында – 2-се урын яуланылар. Еңеүселәргә һәм уларҙың етәкселәренә киләсәктә лә ижади ҡомар, ҙур уңыштар юлдаш булһын.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA