Өлфәт Мостафин Ҡамашлы урамындағы спорты буйынса әҙерлек үҙәген төҙөү барышы менән танышты

28 майҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов Ленин районының Ҡамашлы урамындағы Спорт буйынса әҙерлек үҙәген төҙөү барышын тикшерҙеләр.

Был әҙерлек үҙәгендә йәйге халыҡ-ара балалар уйындары ваҡытында йөҙөү, фехтование, еңел атлетика һәм грек-рим көрәше буйынса ярыштар үтәсәк.

Объект төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша. Әлеге мәлдә вентиляцион системалар, ут үткәреү, асфальттың икенсе ҡатламын йәйеү эштәре бара.

Бында 50 метрлы, 25 метрлы һәм  балалар өсөн  бассейндар тергеҙелгән һәм ҡулланыуға әҙер тиерлек. Улар FINA рәсми партнерының Myrtha Pools заманса технологияларан ҡулланып төҙөлгән һәм халыҡ-ара стандарттарға ярашлы. Бөгөнгө көндә Өфөлә бындай бассейндарҙың аналогтары юҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA