«Һаумы, һаумы, әкиәт!» регион-ара конкурсының гала концерты үтәсәк

2019 йылдың 29 майында сәғәт 10.00 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» регион-ара конкурсының гала концерты уҙғарыла.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» регион-ара конкурсының гала концерты үтәсәк

Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан ойошторолған донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы үтте.

Унынсы   йыл рәттән Өфө ҡалаһында уҙғарыла килгән сара, быйыл регион-ара кимәлгә күтәрелде. Шуныһы ҡыуаныслы: «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы быйыл Республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.

Конкурстың маҡсаты  - йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына  һаҡсыл һәм ихтирамлы  ҡараш тәрбиәләү.

Бәйге 2010 йылдан үткәрелә башланы. Ошо арауыҡта бәйгелә  
5 000 яҡын балалар баҡсаһы тәрбиәленеүсләре  һәм мәктәп  уҡыусылары, ғаиләләр ғатнашты.

Быйыл  конкурс 7 номинация буйынса  үткәрелде: әкиәтте  яттан һөйләү, әкиәтте  фольклор  коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү.

Конкурста Башҡортостан Республикаһының Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ, Миәкә, Ҡыйғы, Дүртөйлө, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән һәм башҡа район-ҡалаларҙан, күрше өлкәләрҙән һәм республикаларҙан ҡатнаштылар. Башҡорт, рус, үзбәк, ҡаҙаҡ, беларус, таджик, һинд, әрмән, ҡытай, поляк, фин, нанай, эскимос халыҡтарының әкиәттәре башҡорт телендә  яңғыраны.

2019 йылдың 29 майында сәғәт 10.00 Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» регион-ара конкурсының гала концерты уҙғарыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA