Ике ай эсендә Өфөнөң Киров районында йәшәүселәр 1500 соҡор хаҡында хәбәр иткән

Үткән аҙнала Киров районын төҙөкләндереү һәм файҙаланыу буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәтсәндәре тарафынан 468 квадрат метр соҡор ямалған. Бының өсөн 78 тонна асфальт иҙелмәһе ҡулланылған. Ҡалған соҡорҙарҙы райондың коммуналь хужалығы эшсәндәре тиҙ арала ямарға тейеш.
Һәр кемдең баш ҡала юлдарындағы хәүефле урындар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн Баш ҡала Хакимиәте сайтында эшләп килгән Интерактив карта сервисын файҙаланырға була. Был мөмкинлектәр хәҙер тағы ла киңәйҙе. Юлдағы соҡор тураһында хәбәр итеү процедураһы ябайлаштырылды. Өҫтәүенә “Юл эксперты” кеҫә телефондары өсөн ҡушымтаны ла файҙаланып була. Ике ай эсендә Киров районы биләмәһендәге 1472 соҡор тураһында хәбәр алынған. Был хәбәрҙәр буйынса 760 урында ремонт эштәре башҡарылған да инде. Үткән аҙнала Киров районын төҙөкләндереү һәм файҙаланыу буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәтсәндәре тарафынан 468 квадрат метр соҡор ямалған. Бының өсөн 78 тонна асфальт иҙелмәһе ҡулланылған. Ҡалған соҡорҙарҙы райондың коммуналь хужалығы эшсәндәре тиҙ арала ямарға тейеш. Баҡалы, Ленская, Пугачев урамдарындағы соҡорҙар ремонтланған. Автомобиль хәрәкәтен туҡтатмаҫ өсөн күп эштәр төнөн башҡарыла.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA