Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙҙы

27 апрелдә  «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙҙы.

27 апрелдә  «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙҙы.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған сарала Балаҡатай, Иглин, Илеш һәм Учалы райондары һыбайлылары ярышты. Ипподром холында ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы йәрминкәһе ойошторолдо.

Турнир ике этапта үтте: тәүҙә сабыштарҙа район чемпионы билдәләнде, һуңынан беренсе һәм икенсе урын алған ҡатнашыусылар «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында үҙ-ара ярышты.

Икенсе этап йомғаҡтары буйынса, иң оҫта һыбайлы итеп Илеш районынан Роберт Хафизов билдәләнде.

Финал ярыштары 2019 йылдың 11 октябрендә үтәсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA