V Бөтә донъя Ҡоролтайын ҡаршылап

25 апрелдә 58-се Лицейҙа V Бөтә донъя ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә Калинин районы отчет-һайлау ҡоролтайы үткәрелде. Унда мәктәптәрҙән, балалар баҡсаларынан, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан 140-ҡа яҡын делегат ҡатнашты.
 V Бөтә донъя Ҡоролтайын  ҡаршылап
25 апрелдә 58-се Лицейҙа V Бөтә донъя ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә Калинин районы отчет-һайлау ҡоролтайы үткәрелде. Унда мәктәптәрҙән, балалар баҡсаларынан, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан 140-ҡа яҡын делегат ҡатнашты. Сараны Калинин районы Ҡоролтайы рәйесе Иҫәнов Р.Ш. алып барҙы. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары Ҡалмантаев Н.М. һәм Аҫылғужин И.М. ҡатнашты. Иҫәнов Р.Ш. район ҡоролтайы ағзаларының эше тураһында отчет бирҙе, резолюцияға тәҡдимдәр индерҙе. Ҡоролтайҙа сығыш яһаусылар райондағы милли мәғариф, мәҙәниәттең торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе, башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына тәҡдимдәр индерҙе. Йыйында район ҡоролтайына яңы состав һәм V Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына делегаттар һайланды. З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары матур концерт менән сығыш яһыны.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA