Талпандан һаҡланығыҙ

Талпандар ҡар ирей башлау менән үк активлаша, шуға талпан тешләү осрағы апрель айында уҡ булырға мөмкин. Талпан тешләүе аша инфекция йоҡтороу ҡурҡынысы бар.

Талпандан һаҡланығыҙ

Талпандар ҡар ирей башлау менән үк активлаша, шуға талпан тешләү осрағы апрель айында уҡ булырға мөмкин. Иң күбе, әлбиттә, май-июнь айҙарына тура килә. Һуңынан уларҙың активлығы кәмей төшә һәм август-сентябрь айҙарында тағы ла күтәрелеп ала. Талпан тешләүе аша инфекция йоҡтороу ҡурҡынысы бар. Хатта урманға бармаған кешенең дә талпан аша сир йоҡтороу хәүефе бар. Мәҫәлән, йорт хайуандарынан, башҡа кешенең кейемдәренән.

Талпан ел иҫкән яҡтан кешенең яҡынлашыуын 15-20 метр йыраҡлыҡтан уҡ һиҙә. Шуның өсөн улар, урман эсенә ҡарағанда, кешеләр йөрөй торған тар юл буйҙарын нығыраҡ ярата. Кейемгә эләгеү менән талпан тиҙ генә өҫкә үрмәләй һәм яйлы урын эҙләй. Ғәҙәттә баш тиреһенә, ҡолаҡ артынан, ҡултыҡ аҫтында, эскә йәбешә. Кеше уның тешләгәнен һиҙмәй ҙә ҡала.

Республикала һәм илдең башҡа күп төбәктәрендә йыш осорай торған һәм иң ҡурҡыныс инфекциялар — ул  талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм ауырыуы). Талпан энцефалиты бигерәк тә ауыр сир, ул нерв системаһы боҙолоу һөҙөмтәһендә параличка, эпилепсияға, хатта үлемгә килтерергә мөмкин.

Талпан тешләгәндән һуң ауырыу 7-14 көндән һуң ғына башлана. Беренсе билдәләр: шунда уҡ температура күтәрелеү, өшөү-ҡалтырау, ҡоҫҡо килеү, ҡоҫоу, баш, быуындар, тән ауыртыуы, бит, күҙҙәрҙең ҡыҙарыуы, ә 3-сө көндәрҙә һаташыу, хәлһеҙлек, көҙәй тотоу, ҡул-аяҡтар хәрәкәте тарҡалыуы башлана.

Ауырыуҙың тәүге билдәләре башланыу менән кисекмәҫтән табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпан инфекцияһына шик булған осраҡта, ауырыу шунда уҡ дауаханаға һалынырға тейеш.

Талпан энцефалиты менән ауырыуҙы булдырмауҙың иң яҡшыһы - ул дөрөҫ итеп кейенергә. Ныҡлы, шыуып торған сағыу төҫлө туҡыманан тегелгән комбинезон кейергә кәңәш ителә. Талпанға тәнгә керер урын ҡалдырмаҫҡа кәрәк: өҫ кейеменең яҡаһы тәнгә һылашып торорға, куртканың капюшон булырға, оҙон еңле күлдәк — салбарға, салбар балағы итектәргә ҡыҫтырылған булырға тейеш. Һәм әлбиттә баш кейеме кейергә.

Талпандан һаҡлау өсөн репелленттар ҡулланалар, уны тәнгә һәм кейемгә һиптерергә кәрәк. Юлда сәғәт һайын үҙеңде һәм юлдаштарыңды тикшереп торорға кәрәк.

Әгәр ҙә талпан ултырһа, тиҙ арала медицина ярҙамы табып булмаған осраҡта, уны үҙегеҙгә алырға һәм медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Тәндән алынған тере талпанды ғына инфекцияға тикшереп була. Бының өсөн: уны еүеш кизе-мамыҡ йәки салфетка ҡуйылған асыҡ һауытҡа һалып, ике тәүлек эсендә дауаханаға илтергә кәрәк. Яра урынын йод менән эшкәртергә кәрәк.

Вируслы талпан энцефалиты ауырыуын киҫәтеүҙең төп йүнәлеше — вакциналау. Бының өсөн: йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Вакцина һөҙөмтәһе — 95 проценттан артыҡ. Вакцинаны талпан энцефалиты осоро башланыуға ике аҙна  ваҡытынан һуңға ҡалмай яһарға кәрәк.

Өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары тәндән алынған талпанды «Башҡортостан республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәге»ндә тикшертә алалар.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7,  тел.: (347) 237-58-40.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA