Урындағы үҙидара көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Урындағы үҙидара көнө менән!

Хөрмәтле муниципаль хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, Өфө предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре! Ҡәҙерле муниципаль хеҙмәт ветерандары!

Ысын күңелдән һеҙҙе профессиональ байрамығыҙ - Урындағы үҙидара көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Бөгөн торлаҡ пункттарының социаль-иҡтисади үҫеше һәм халыҡтың именлеге өсөн урындағы власҡа ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Көн һайын хәл ителгән мәсьәләләрҙең исемлеге үтә киң. Беҙҙең халыҡтың йәшәү уңайлығы тап урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренән тора.

Һис шикһеҙ, был һөнәри юғары сифаттарҙы, яуаплылыҡты һәм түҙемлекте талап итә, сөнки ҡабул ителгән ҡарарҙарҙан кешеләрҙең хакимиәткә дөйөм мөнәсәбәте барлыҡҡа килә.

Бөгөн беҙ үҙебеҙгә республиканың баш ҡалаһы Рәсәйҙең иң уңайлы һәм хәүефһеҙ ҡалаларының береһенә әүерелеүе бурыстарын ҡуябыҙ. Муниципалитет командаһы был маҡсатҡа ирешеүҙе дауам итә һәм, билдәләп үтәм, был йүнәлештә беҙ күпкә алға киттек.

Ҡалала яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, төҙөлә юлдар һәм ихаталар төҙөкләндерелә, Өфөнөң иҡтисади һәм инвестиция потенциалы нығытыла. Барлыҡ эштәр ҙә халыҡтың фекерҙәрен иҫәпкә алып, уларҙың контроле аҫтында алып барыла. Улар яңы идеялар һәм тәҡдимдәр менән киләләр, теләктәрҙе тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Шуға күрә, Урындағы үҙидара көнө – ул беҙҙең ҡала, ғөмүмән, республика үҫешенә битараф булмаған тиҫтәләрсә мең кеше байрамы.

Муниципаль власы, Өфөнөң депутаттар корпусының ойошҡанлығы һәм профессионаллеге арҡаһында уңышлы эшләй, уның ҡарарҙары ҡала халҡының тормошон алға табан яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Был байрам көнөндә урындағы үҙидара органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветерандарына урындаға власть органдарының файҙалы эшенә нигеҙ һалған күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, ҡалабыҙҙың һәм республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә ныҡлы нигеҙ һалған өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. 

Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм тыуған ҡалабыҙ халҡы хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем! Эшегеҙ һеҙгә бары тик шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек кенә килтерһен, ә кешеләрҙең хөрмәте һәм рәхмәт һүҙҙәре бүләк булып торһон.

Байрам менән!

 

Башҡортостан Республикаһының
Өфө ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы                                                                          Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA