Тәүге тапҡыр татар телендә бәйге

17 апрель Калинин районы 320 – се балалар баҡсаһында беренсе тапҡыр татар телендә әкиәт һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Уның ойоштороусылары Калинин районы Хакимиәтенең гуманиар һорауҙар һәм мәғариф буйынса идаралығы һәм «Татар халыҡ йорто» Татар мәҙәниәтен үҫтереү буйынса фонд (директоры Хәкимов Н.Х.)
17 апрель Калинин районы 320 – се балалар баҡсаһында беренсе тапҡыр татар телендә әкиәт һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Уның ойоштороусылары Калинин районы Хакимиәтенең гуманиар һорауҙар һәм мәғариф буйынса идаралығы һәм «Татар халыҡ йорто» Татар мәҙәниәтен үҫтереү буйынса фонд (директоры Хәкимов Н.Х.) . Бәйгелә 45-се, 232-се, 276-сы, 216-сы, 311-се, 320-се балалар баҡсалары ҡатнашты. Яңғыҙ һөйләүселәр, шулай уҡ фольклор коллективтар татар, башҡорт, урыҫ халыҡ әкиәттәрен үҙ туған телдәрендә ихлас башҡарҙы. Йәш артистарҙың иҫ китмәле килештереп, ролдәргә инеп һөйләүҙәре, уйнауҙары бик ҡыуаныслы күренеш ине. Был матур күренешкә бигерәк тә ата-әсәләр ҡәнәғәт булып, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп ҡалдырҙы. Ниндәйҙер сәбәптәр менән үҙ туған телен белмәгән ата-әсәләр өсөн бындай күренештәр оло бәхет һәм туған телен өйрәнергә этәргес тә булып тора.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA