«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле — «Алтын битлек-2019» лауреаты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 25-се тапҡыр уҙғарылған «Алтын битлек» («Золотая Маска») Милли премия – фестиваленең лауреаты булды! Тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙең Ҙур Театрында уҙҙы.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле 25-се тапҡыр уҙғарылған «Алтын битлек» («Золотая Маска») Милли премия – фестиваленең лауреаты булды! Тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙең Ҙур Театрында уҙҙы. «Алтын битлек»те алырға сәхнәгә театрыбыҙҙың директоры Иршат Файзуллин, спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров, яҡтыртыу буйынса рәссам Илшат Саяхов, спектаклдә төп ролде башҡарыусы Римма Ҡаһарманова сыҡтылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең театрҙың «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле «Алтын битлек» премияһының алты номинацияһына дәғүә итә: «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы рәссам эше», «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше», «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше». Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA