Өлфәт Мостафин «Бергә үҫәбеҙ» экологик акцияһында ҡатнашты

25 мартта ҡаланың биләмәләрен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы башланды. Ул 11 майға тиклем дауам итәсәк. 6, 13 һәм 27 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре уҙасаҡ.

25 мартта ҡаланың биләмәләрен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы башланды. Ул 11 майға тиклем дауам итәсәк. 6, 13 һәм 27 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре уҙасаҡ.  

Шулай итеп, 6 апрелдә сәғәт 10-дан алып Өфөнөң бар райондарында ла дөйөм ҡала өмәләре старт алды. Бында актив ҡала халҡы, мәктәп уҡыусылары, студенттар, предприятие, ойошмалар эшселәре, торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре  ҡатнашты.

Был көндө 155-се һанлы лицей майҙансығында «Бергә үҫәбеҙ» акцияһы үтте. Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡатнашты. Экологик сара сиктәрендә «Ветерандар аллеяһында» 10 ҡарағай ағасы ултыртылды.

Үҙ сиратында, Өлфәт Мостафин дөйөм ҡала өмәләрҙе үткәреүҙең мөһим булыуын билдәләп үтте. Ҡала халҡы экологик акцияла актив ҡатнашты, райондарҙа поход кухнялар, музыкаль ярҙам  ойошторолдо, теләгән һәр кем инвентарь менән тәъмин ителде, тип өҫтәне ул.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA