Өлфәт Мостафин «Горзеленхоз»дың вольер хужалығында булды

24 мартта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре барышында Өфө ҡалаһы «Горзеленхоз» муниципаль предприятиеһының  вольер хужалығында булды.

24 мартта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре барышында Өфө ҡалаһы «Горзеленхоз» муниципаль предприятиеһының  вольер хужалығында булды.

Бөгөнгө көндә «Горзеленхоз» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ҙур предприятиеларҙың береһе  тип иҫәпләнә.

Өлфәт Мостафин вольер биләмәһен ҡарап сыҡты, хужалыҡтың эше һәм  хайуандарҙың йәшәү шарттары менән танышты.  

- Был вольер хужалығы ҡаланың үҙенә йәлеп иткән урындарының береһе. Шуға күрә уның биләмәһен үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ киләсәктә беҙ уны «Горзеленхоз» предприятиеһының айырым структураһы итеп  билдәләйәсәкбеҙ, - тип әйтте ул.

Бынан тыш, Өлфәт Мостафин вольерҙарҙы яңартырға кәрәклеген билдәләп үтте.

Иҫкәртеп үтәбеҙ, күптән түгел Маша тигән айыуҙың ике балаһы донъяға килде. Хәҙерге ваҡытта айыу балалары йылылыҡ ебәрелгән махсус бинала урынлаштырылғандар. Уларҙы ике сәғәт һайын һөт эсерәләр. Һуңынан ботҡа бирә башлаясаҡтар.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафи 19 мартта муниципалитетта оператив киңәшмәлә Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына айыу балаларына исемдәр уйлап табырға тәҡдим иткән ине.

Барлыҡ теләүселәр ҙә үҙ варианттарын социаль селтәрҙәрҙә хакимиәттең рәсми төркөмдәрендә яҙа алалар. Яҡын арала тәҡъдим ителгәндәрҙән айыу балаларына  исемдәр билдәләйәсәктәр.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA