Өфөлә «Терра Башкирия» ат турнирының беренсе этабы уҙҙы

24 мартта «Аҡбуҙат» ипподромында республиканың муниципаль райондары араһында «Терра Башкирия» ат турнирының беренсе этабы уҙҙы. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған ине.

24 мартта «Аҡбуҙат» ипподромында республиканың муниципаль райондары араһында «Терра Башкирия» ат турнирының беренсе этабы уҙҙы. Сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған ине.

Бында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов,  Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, ҡаланың район хакимиәте башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Сара сиктәрендә ҡатнышыусы райондарҙың тауар етештереүселәре ярминкәһе тәҡдим ителде. Өлфәт Мостафин күргәҙмә экспозицияһын ҡарап сыҡты, тәҡъдим ителгән продукттарҙың етештерелеүе менән ҡыҙыҡһынды.

Был көндө турнир 4 сабыш һәм 4 урау менән үтте. Ярыштың беренсе этабында Баймаҡ, Әбйәлил, Әлшәй, Дыуан райондары командалары ҡатнашты. Шуларҙың һөҙөмтәһе буйынса ҡатнашыусылар шыбаға тотоноп таныш булмаган аттарҙа финал ярыштарында көс һынаштылар. Иң яҡшы жокейҙар билдәләнде.

Турнирҙың беренсе этабы аҙағында 4 муниципаль район араһында иң яҡшы жокей-һәүәҫкәр асыҡланды. Ул республиканың Дыуан районыннан Илдар Нурғәлиев булды.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин абсолют еңеүсегә диплом тапшырҙы, алдағы тормошта тик уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башкирия» ат турнирының финал көнө 2019 йылдың 11 октябрендә уҙасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA