Уҡытыусылар бәйге тотто

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы егерме дүртенсе тапҡыр үткәрелә һәм был арауыҡ эсендә хеҙмәте менән республиканың милли мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән бихисап тәжрибәле педагогтарҙың исемдәре асылған.

Республикала мәғариф мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә һәм иң йыш үткәрелгән саралар ҙа ошо өлкәгә ҡағыла. Ул сараларҙың тәүмаҡсаты шул: йәмғиәттә уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү. Ошо маҡсатты күҙҙә тотҡан «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары сираттағы еңеүселәрен билдәләне. Йомғаҡлау тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, БР мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин һәм төрлө мәғариф ведомстволары етәкселәре, ғалимдар ҡатнашты.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы егерме дүртенсе тапҡыр үткәрелә һәм был арауыҡ эсендә хеҙмәте менән республиканың милли мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән бихисап тәжрибәле педагогтарҙың исемдәре асылған. Былтыр ҡырҡ биш уҡытыусы үҙ тәжрибәһен күрһәтә алһа, быйыл ҡатнашыусылар һаны илле өскә еткән һәм улар араһында Һарытау, Ырымбур, Силәбе өлкәләре педагогтары ла булыуы уғата ҡыуаныслы. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә педагогтар шәхси сайтын эшләне, артабан «Мин - башҡорт, тип танышығыҙ» тигән темаға эссе яҙҙы. Конкурстың оҫталыҡ дәресендә һәм Өфө ҡала мәктәптәрендә дәрестәр үткәреү этабында ла педагогтар һынатманы.

«Республика кимәлендә тәүге тапҡыр ҡатнашам, тулҡынланып килгәйнем, әммә дәрес күрһәтеү бер ҙә ауыр булманы. Сөнки мин М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында әҙәбиәт буйынса дәрес алып барҙым, уҡыусылар тап-таҙа башҡортса һөйләшә, предметты яҡшы беләләр һәм белем усағына исем биргән шағирҙың шәхесе тураһында ла белемдәре киң», - тине Әбйәлил районы Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин конкурс тураһында фекерҙәрен белдереп.

Ниндәй генә мәсьәләне хәл итергә кәрәк булғанда ла инициатива аҫтан килергә тейеш, тигән ҡараш йәшәй йәмғиәттә. Был мәғариф өлкәһенә лә ҡағыла, шунлыҡтан, йыл да башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн конкурстың «Милли мәғариф проекты» этабы мотлаҡ үтәлә торғандарҙың береһе. Уның барышында педагогтар актуаль проблеманы хәл итеү юҫығында ғына түгел, киләсәкте күҙаллап, оҙайлы перспективаға ҡоролған проект уйлап табыу, шуны тормошҡа ашырыу юлдарын тәҡдим итеү йәһәтенән дә үҙен күрһәтә ала.

«Йыл һайын конкурс шарттары үҙгәрмәһә лә, коллегаларымдың яңынан-яңы идеялар менән килеүе һоҡландыра. «Милли мәғариф проекты» буйынса биш уҡытыусынан торған командаларға бүленеп эшләнек. Беҙҙең төркөм «Рухиәт» тигән проектты тормошҡа ашырырға тәҡдим итте, был уҡытыусыларҙы, башҡорт телен яҡлаусыларҙы һәм һаҡлаусыларҙы, уҡыусыларҙы бергә туплаған Башҡорт теле үҙәге буласаҡ. Уның эшенә БР Мәғариф министрлығы һәм БР Мәғарифты үҫтереү институты ла ҡушылырға тейеш. Үҙәктең айырым бүлектәрендә уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү, тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, фольклор, тарих буйынса уҡыусыларға ярҙам күрһәтеү кеүек эштәр алып барылыуы мөмкин. Ғөмүмән, Башҡортостанда Башҡорт теле үҙәге булырға тейеш, тигән лозунгыны яңғыраттыҡ», - ти Өфөнөң 7-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова.

Ойоштороусылар ҡуйған төп талаптарҙың береһе - уҡытыусы заман менән бергә атларға тейеш, был йәһәттән уларҙы тикшереп ҡарау өсөн «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк ҡоро» һынауы ҡулайлы. Был юлы фекер алышыуға «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезын ҡаршылап» тигән тема тәҡдим ителде. Башҡортостан уҡытыусылары съезд башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре һанын кәметмәҫкә, телде үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы саралар ойошторолоуға булышлыҡ итер, тип өмөтләнһә, күрше өлкәләрҙә йәшәүсе педагогтар үҙҙәренә ярҙам йөҙөнән һөнәри курстар барлыҡҡа килеүен теләй. Мәҫәлән, был юлы конкурста ҡатнашҡан Һарытау өлкәһе Мәҡсүт ауылынан Рима Биктимерова үҙ инициативаһы менән башланғыс синыф уҡыусыларына туған телдәрен өйрәтә башлаған. Ул конкурста күберәк тәжрибә туплау, коллегаларының кәңәштәрен ишетеү, дәрес өлгөләрен күреү өсөн килгән.
- Быйылғы конкурсанттар ғәжәпләндерҙе: улар араһында 3 фән кандидаты бар, йәғни белемдәре юғары, кеше араһында үҙҙәрен тотоуы, дәрес биреүҙәре лә насар түгел, - ти жюри ағзаһы, педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Хажин. - Иҫкәрмәләргә килгәндә, телмәрҙәренә күберәк иғтибар итһендәр һәм баҫымды дөрөҫ ҡуйып һөйләһендәр ине. Ғөмүмән, ҡатнашыусыларға һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән дәғүәләр күп түгел, ә бына ойоштороусылар республика уҡытыусыларының абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурстарының ябыу тантанаһын элеккесә айырым уҙғарһа, отошлораҡ булыр ине...

Шулай итеп, ярыш һөҙөмтәләре буйынса «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының төп еңеүсеһе тип Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова тип табылды. Межгорье ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлминур Хәйбуллина, Ишембай районы Тимашевка ауылы мәктәбенән Гөлназ Хәлиуллина, Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһынан Роза Хөснуллина һәм Белорет районының Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһынан Сәриә Ҡаһарманова һөнәри конкурс лауреаты булды. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2019» конкурсының төп еңеүсеһе исемен Өфө ҡалаһы А. Гайдар исемендәге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы һәм уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ирина Хисмәтуллина яуланы. «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019» конкурсында Туймазы районы Собханғол ауылы мәктәбенән Елена Баҡыева, «Башҡортостандың татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019» конкурсында Дүртөйлө районы Өсбүлә ауылы мәктәбенән Айгөл Фәрхетдинова, «Йәш уҡытыусы-2019» конкурсында Өфөнөң 160-сы лицейы һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимирова беренсе урын алды. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ булдырған Сухомлинский исемендәге миҙал Әбйәлил районы Асҡар ауылы Т. Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин менән Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Әлфиә Байрамғоловаға тапшырылды.

Сәриә Ғарипова «Киске Өфө» гәзите.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA