Өфөлә юлдарҙы ямау эштәре дауам итә

Һауа температураһының йылыныуы менән бәйле, ҡала хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы төҙөкләндереү эштәрен башланылар. Был сара ваҡытлы һәм, тәү сиратта, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Һауа температураһының йылыныуы менән бәйле, ҡала хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы төҙөкләндереү эштәрен башланылар. Был сара ваҡытлы һәм, тәү сиратта, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Әлеге мәлдә эштәр һыуыҡ һәм ҡойма асфальт ҡулланылып эшләнә. Һыуыҡ асфальт технологияһы буйынса март башынан башлап 67 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланылған.

Йышыраҡ ҡойма асфальт технологияһы ҡулланыла. Уның менән һауа температураһы -10 градусҡа тиклем ҡулланырға мөмкин. Бындай юлдарҙы ямау эштәре асфальт-бетон ҡатнашмаһының 200-250 градуслы ваҡытында башҡарыла. Юғары температура асфальттың ағымына килтерә һәм ул тигеҙ булып тарала. Бөгөнгө көндә 1650 квадрат метрҙан ашыу майҙанда 270 тонна ҡойма асфальт ҡулланылған.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA